0%

Уңған уң ҡул(шиғыр). Р.Әбүталипова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Уңған уң ҡул ( шиғыр )
автор Р.Әбүталипова
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Уңған уң ҡул


 Уң ҡул тешемде таҙарта,
 Ашата, сәсем тарай.
 Һулы уң ҡул эшләгәндә
 Тотоп торорға ярай.
 Уң ҡулым, сыбыҡты тотоп,
 Ҡаҙҙарҙы һыуға ҡыуа.
 Дәфтәргә лә уң ҡул яҙа,
 Таҡтаны ла ул йыуа.
 Күрешкәндә уң ҡул биреп
 Сәләмләйҙәр кешене.
 Шулай уңған булған өсөн
 Уң ҡул икән исеме!

 


1988 йыл